Цветовая схема:
C C C C
Шрифт
Arial Times New Roman
Размер шрифта
A A A
Кернинг
1 2 3
Изображения:
  • Фактический адрес 453124, г.Стерлитамак, ул. Садовая, д. 20 Юридический адрес 453124, г.Стерлитамак, ул. Садовая, д. 20
  • +7 (3473) 21-92-00
  • fiz_tech@mail.ru

Жизнь колледжа

Телем тип янып йәшәй остазым!

21 октября 2021 10:10

Бәләкәйҙән үк, әсәйҙән ҡала, баланың иң яҡын кешеһе – уҡытыусы. Сөнки ул да бөтә йөрәген биреп, балаларҙы үҫтерә. Бына ошондай изге йәндәрҙең береһе, уҡытыусым Миңнира СӘҒҘӘТОВА тураһында һөйләгем килә. Миңнира Ринат ҡыҙы 35 йыл ғүмерен балаларға бағышлай. Әлеге көндә ике юғары белемле уҡытыусы Стәрлетамак физкультура, идара итеү һәм сервис колледжында балаларға башҡорт теле серҙәрен аса. Балаларҙа Тыуған илгә, Башкортостанға һөйөү тәрбиәләй, ата-бабаларыбыҙҙың онотолоп ҡалған йолалары менән таныштыра, тарихын өйрәтә. Эшенең һөҙөмтәһен аңлар өсөн уның Рәсәй, республика, ҡала кимәлендә ҡатнашып алған дипломдарына һәм маҡтау грамоталарына күҙ һалыу ҙа етә. Ошо тырышлыҡтары өсөн уға күптән түгел “Башкортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде! Үҙенең йәшәгән ауылында – Ишембай районы Ишәй ауылында депутат итеп тә һайланды уҡытыусым. Бынан тыш, бик күп ойошмалар, партия менән эшләй, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша һәм бик күп көс һалып, халҡым тип янып-көйөп йөрөй. Ул һәр саҡ үҙенең эшенә яуаплы ҡарай. Һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, шуның өсөн эштә лә хөрмәт итәләр, үрнәк алалар. Намыҫлы, аҡыллы, тырыш, эш һөйөүсән һәм изге күңелле – бына шундай күркәм сифаттарға эйә ул. Ул өлгөлө әсә лә! Миңнира Ринат ҡыҙы тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, уларға белем биреп, үҙ аллы юлға баҫтырған. Иң мөһиме: остазымдың уҡыусылары һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Әле лә шулай, элек тә был ҡанун булған: уның уҡыусылары – юғары белем алып, эш табып, ғаилә ҡороп, йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан кешеләр. Теле барҙың – халҡы бар, тиҙәр. Миңнира Сәғҙәтова ошо изге төшөнсәгә тоғро ҡалып йәшәй. Уҡытыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Дим НӘБИУЛЛИН, Стәрлетамаҡ физкультура, сервис һәм идара итеү колледжы студенты. Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.